+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 18:40

Пандемия ҡасан бөтөр?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа төбәк бюроһы башлығы Ханс Клюге, коронавирус пандемияһы 2022 йылдың башында бөтәсәк, тип фаразлай.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа төбәк бюроһы башлығы Ханс Клюге, коронавирус пандемияһы 2022 йылдың башында бөтәсәк, тип фаразлай. Даниялағы DR телеканалы уның түбәндәге һүҙҙәрен килтерә: "Иң ауыры артта ҡалды. Беҙ бөгөн вирус хаҡында 2020 йылдағы менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк беләбеҙ”.
Ханс Клюге вирустың кешеләр араһында ҡаласағын, тик сикләү сараларына ихтыяж булмаясағын әйтә. Шул уҡ ваҡытта ул бының бары фараз ғына икәнен билдәләй һәм хәлдәрҙең нисек булырын берәү ҙә аныҡ күҙаллай алмай, тип өҫтәй.
Пандемия башланғандан алып COVID-19 вирусын донъяла 112 миллиондан артыҡ кеше йоҡторған, 2,5 миллионға яҡыны унан вафат булған.
Рәсәй буйынса, дөйөм алғанда, коронавирус йоҡтороуҙың 4,3 миллионға яҡын осрағы теркәлгән. Илебеҙ төбәктәрендә тәүлек эсендә сир 11,7 меңдән артыҡ ауырыуҙа асыҡланған. Вирус тарала башлаған мәлдән Рәсәйҙә унан 84,4 меңдән ашыу кеше донъя ҡуйған.
Башҡортостанға килгәндә иһә, аҙаҡҡы тәүлектә инфекция беҙҙә 142 ауырыуҙа табылған. 24 февралгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 28 024. Әлеге мәлдә төбәгебеҙҙә COVID-19 менән сирләүселәр – 5 664. Шуларҙың 256-һы – стационарҙарҙа, 5 408-е амбулатор шарттарҙа дауалана.
Һуңғы тәүлектә аяуһыҙ инфекциянан 37 кеше һауыҡҡан, унан ҡотолоусыларҙың дөйөм һаны – 22 098.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус ҡорбандары, тәүлек эсендә тағы өсәүгә артып, 262-гә еткән.
Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы менән ауырыусылар 154-кә күбәйгән, шул уҡ ваҡытта 132 яҡташыбыҙ, был сирҙән сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: