-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 13:25

“Минең өсөн Шайморатов – ҡаһарманлыҡ өлгөһө”

23 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның командиры – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен ҡараны.

23 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның командиры – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен ҡараны.
Спектакль ҡаһарман шәхесебеҙҙе иҫкә алыу көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Тап ошо көндә – 1943 йылдың 23 февралендә генерал Шайморатов Донбасс өсөн барған алыштарҙа, 43 йәшендә генә, батырҙарса һәләк була.
Спектакль нигеҙенә республиканың музей фондтары, Башҡортостандың Милли тарихи архивы, “Башҡортостан” киностудияһы сығанаҡтары һалынған. Режиссер Хөрмәтулла Үтәшев һәм театр актерҙары, ысынбарлыҡтағы тарихи ваҡиғаларҙы халыҡ йырҙары, бейеүҙәре, һуғыш осоро шиғырҙары менән үреп сәхнәләштереп, ҡабатланмаҫ әҫәр тыуҙырыуға өлгәшкән. Уның премьераһы 2020 йылдың ноябрендә булғайны.
– Минең өсөн Миңлеғәли Шайморатов – шул аяуһыҙ замандағы Ысын Кеше өлгөһө. Намыҫлылыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Ул яугирҙәрен ҡамауҙан алып сығыу өсөн хәүефле ынтылышҡа тап шәхсән үҙе бармаһа, бәлки, иҫән дә ҡалған булыр ине. Ләкин йәшеренеп ҡалыу уға хас булмаған. Луганскиҙа оҙаҡ йылдар дауамында уның хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Изгелекле күршеләребеҙгә һәм дуҫтарыбыҙға бының өсөн ҙур рәхмәт! Тамашасыларға быларҙың бөтәһе хаҡында ифрат тәьҫирле итеп еткереүсе Хөрмәтулла Үтәшевкә, театрҙың бөтә артистарына һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров спектаклдән һуң.
Белешмә:
Генерал-майор Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов (1899–1943) Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дондан Эльбаға тиклем яу юлы үткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән етәкселек итә. Дивизияның 3 860 яугире ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 78 батыры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн” Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң “Рәсәй Федерацияһы Геройы” тигән юғары исем бирелде.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: