+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 21:19

“Иван Грен”да Башҡортостандан 28 кеше хеҙмәт итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Иван Грен” хәрби карабы вәкилдәре менән осрашты. Карап командиры, икенсе ранг капитаны Андрей Жарков һәм командирҙың хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, өсөнсө ранг капитаны Денис Рәсүлев Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн килде.

23 февралдә Төньяҡ флот моряктары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәм эргәһендә Мәңгелек ут янған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Кис делегация М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм уның командиры – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған “Ат уйнатып алдан бара” спектаклен ҡараны.
– Башҡортостан һәм республика Башлығы менән беҙҙең арала тығыҙ хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде. “Иван Грен” карабында төбәктән 28 кеше хеҙмәт итә. Үткән йылда Башҡортостан делегацияһы улар хәрби ант ҡабул иткәндә килгәйне. Бөгөн республика моряктары лайыҡлы хеҙмәт итә, ныҡлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, – тип билдәләне Андрей Жарков.
Бер йыл элек, 2020 йылдың 23 февралендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм икенсе ранг капитаны Андрей Жарков Башҡортостан Хөкүмәте һәм Төньяҡ флоттың “Иван Грен” ҙур десант карабы экипажы араһында шефлыҡ бәйләнештәре тураһында килешеү төҙөгәйне.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: