+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 16:44

Ибраһимов бульвары яңыра

2021 – 2022 йылдарҙа Өфөлә Ибраһимов бульварына капиталь ремонт үткәрелә. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты объекттары исемлегенә ингән. Бульварҙы яңыртыу өсөн аҡса федераль, төбәк һәм урындағы ҡаҙнанан бүленәсәк.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2021 – 2022 йылдарҙа Өфөлә Ибраһимов бульварына капиталь ремонт үткәрелә. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты объекттары исемлегенә ингән. Бульварҙы яңыртыу өсөн аҡса федераль, төбәк һәм урындағы ҡаҙнанан бүленәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ибраһимов бульвары ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан һәм транспорт күп йөрөгән урамдарҙың береһе булып тора. Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, халыҡтан юл полотноһын рәткә килтереү буйынса мөрәжәғәттәр күп булған. Үткән йылда проект документацияһы дәүләт экспертизаһы үтә, шунан конкурс нигеҙендә подряд ойошмаһы билдәләнә. Тиҙҙән подрядсы әҙерлек эштәренә тотонмаҡсы.
Капиталь ремонт үтәсәк объекттың дөйөм оҙонлоғо 1,7 саҡрым тәшкил итә. Быйыл ямғыр һыуы канализацияһы, һыу үткәреү селтәрҙәре үткәрелә. Бынан тыш, юл ситендәге таштар алыштырыла, иҫке япма яңыртыла.
2022 йылда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар ҡаралған. Яңы светофорҙар, юл билдәләре ҡуйыу, горизонталь билдәләр һыҙыу планлаштырыла. Яҡтыртыу ҡоролмаларын да яңыртыу ниәтләнә.
Төҙөлөш-монтаж эштәре барышында юл хәрәкәте яртылаш, ҡайһы ваҡыт квартал менән тулыһынса сикләнеп торасаҡ, шуға ла маршрутты алдан билдәләргә кәңәш итәбеҙ, тип белдерә Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: