“Был дөйөм халыҡ байрамы бөтә быуындарҙы берләштерә, ҡаһарманлыҡ, Ватанға һөйөү, уны һаҡлауға әҙерлек символы булып тора. Бөгөн намыҫ менән хәрби хеҙмәт алып барған, хәрби-сәнәғәт предприятиеларында фиҙаҡәр эше менән илебеҙҙең ышаныслы ҡалҡанын нығытҡан һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре, интернационалист-яугирҙәр, локаль низағ ветерандары батырлыҡтары алдында баш эйәбеҙ. Ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаған һалдат һәм офицерҙарҙың әсәйҙәренә һәм ҡатындарына, тоғро улдар үҫтергән атай-әсәйҙәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Башҡортостанда ватансыл тәрбиә биреүҙең бай традициялары бар. Беҙҙә меңдән ашыу хәрби-ватансыл клуб, юнармия һәм эҙәрмәндәр отрядтары, кадет мәктәптәре һәм класстары эшләй. Үткән йылда армия һәм флот сафын республиканан туғыҙ меңдән ашыу саҡырылыусы тулыландырҙы. Рәсәй Хәрби Көстәренең юғары әҙерлектә булыуында шигебеҙ юҡ. Беҙ бөтәбеҙ бергә республикала, илебеҙҙә тормош бәхетле һәм сәскә атһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”, - тип әйтелә төбәк етәксеһенең рәсми сайтында.