Республикала Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саралар үтә. Мәғариф учреждениелары араһында #Наши защитники һәм "Родные объятия" тигән акциялар бара.
Икенсе акция сиктәрендә социаль селтәрҙәрҙә, Ватанды һаҡлаусы туғандар, ағайҙар, олатайҙар, атайҙар, апай- инәйҙәр менән төшкән фотоларҙы һәм видеоларҙы урынлаштырырға мөмкин. Уның аҫтына дөйөм хештег менән шәхси тарихнәмәләр, рәхмәт һүҙҙәре, ҡотлауҙар яҙып ҡуйырға була.
#Наши защитники акцияһы байрамға арналған бер-нисә сараны үҙ эсенә ала. Юғары, урта профессиональ уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә көслө зат ҡатын- ҡыҙҙарҙан үҙенсәлекле ҡотлау сәләмдәре ҡабул итеп ала, ошо хештег аҫтында шулай уҡ ҡотлауҙарҙың фотолары, видеолар социаль селтәрҙәргә ҡуйыласаҡ.
Байрам менән хөрмәтле ир- егеттәр!
Фото :Өфөнөң 129-сы лицейының "Бәйләнештә"селтәренән алынды.