+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2021, 21:17

Генерал Хәлит Баяновичта ҡунаҡта

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 23 февралдә "Баян-шоу" театрлаштырылған концерт программаһына саҡыра. "Генерал Хәлит Баяновичта"ҡунаҡта тигән программа Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған.

"Баян- шоу"концерты быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Уның маҡсаты баян музыка ҡоралын пропагандалау, унда уйнаған музыканттарҙың абруйын күтәреү. Концерттың режиссеры Сулпан Асҡарова әйтеүенсә, бөгөн оҫта баянсылар ҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
-Баянда, гармунда уйнаған оҫта музыканттар бөтөп бара. Бөгөн тейешле аккомпаниатр тапмағанға күрә, йырсылар фонограмма көйөнә сәхнәгә сыға. Хатта ауылдарҙа ла концерттар өсөн оҫта гармунсылар табып булмай. Тамашасылар ҙа баян, гармун уйнауындағы концерттарҙы,йырҙарҙы һағынған.
Концерттағы ваҡиғалар хәрби гарнизонда бара. Әлбиттә һалдаттар араһында уйын- көлкөгә, йыр- бейеүгә лә урын бар. Төп роль баянсыға бирелгән. Хәрби тематика менән үрелеп барған тамаша барыһына ла хуш килер, тип концертты ойоштороусылар. Программала филармонияның бөтә көстәре йәлеп ителгән.
Тамаша 18 сәғәттә башлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: