+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 19:00

Йәнә өсәү вафат...

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан тағы өс кеше вафат булған.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан тағы өс кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып аяуһыҙ сир 248 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө.
Республикала 20 февралгә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 27 446 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 148 ауырыу өҫтәлгән.
Бөгөнгө көндә 5 052 сырхау амбулатор шарттарҙа дауалана. Стационарҙа ятыусылар – 282. Шуларҙың 25-енең хәле ауыр.
Аҙаҡҡы тәүлектә 192 кеше, сирҙе еңеп, дауахананан сыҡҡан. Инфекция тарала башлаған мәлдән республикала коронавирустан һауығыуға өлгәшеүселәр – 21 864.
Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 159 ауырыуҙа раҫланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 138.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: