0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 16:34

Шүлгән-таш ҡурсаулығына Александр Рюмин исеме бирелмәй

Шүлгән-таш мәмерйәһенә һәм ҡурсаулыҡҡа Александр Рюмин исеме бирелмәй. Был ҡарарҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров та яҡлап сыҡты.

Шүлгән-таш мәмерйәһенә һәм ҡурсаулыҡҡа Александр Рюмин исеме бирелмәй. Был ҡарарҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров та яҡлап сыҡты.
Билдәле булыуынса, ҡурсаулыҡҡа мәмерйәлә палеолит осоронан ҡалған һүрәттәрҙе тапҡан ғалим Александр Рюмин исемен биреү тәҡдиме булғайны. Республика йәмәғәтселәре уны хупламаны һәм тауыш биреүҙәрҙә күптәр ҡаршы сыҡты. Шуға күрә ғалимдың исеме башҡа юл менән мәңгеләштереләсәк.
Башлыса, Шүлгән-таш тарихи-мәҙәни музей комплексы алдында Александр Рюминдың бюсын ҡуйыу тәҡдиме индерелде. Музейҙың эсендә ғалимгә арналған экспозиция буласаҡ, монография нәшер ителәсәк.
Бынан тыш, экология министрлығының йәмәғәт советы башҡорт ғалимы Мөхтәр Сәғитовҡа бюст урынлаштырыуҙы тәҡдим итте.
Александр Рюмин - зоолог, Шүлгән-ташты өйрәнеүсе ғалим, ундағы боронғо һүрәттәрҙе беренсе асыҡлаған кеше.
Мөхтәр Сәғитов - ғалим-фольклорсы, “Урал батыр” эпосын өйрәнгән һәм уны артабан популярлаштырыу буйынса үҙ өлөшөн индергән кеше.
Шүлгән-таш - Башҡортостандың федераль статуслы дәүләт ҡурсаулығы, Бөрйән районы биләмәләрендә урынлашҡан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: