Химия продукцияһы Финляндияға, Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Беларуссияға, Кипрға, Нидерландҡа, ә турбодвигателдәр һәм газ турбиналары Ҡытайға, Һиндостанға, Канадаға оҙатылған, тип белдерә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Был тауар төркөмдәре сеймал һәм энергетик булмаған экспорт продукцияһы булып тора. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса уның өлөшө төбәктең дөйөм экспорт күләменең 61,6 процентын тәшкил иткән. Башҡортостан Республикаһынан 122 илгә 3,1 миллиард долларлыҡ тауар экспортланған.