+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 12:25

Донъя классикаһы геройҙары башҡортса һөйләшә

Милли китапхана йәш дуҫтарын аудиокитаптар тыңларға саҡыра. Л.Кэрроллдың “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” һәм “1000 дә бер кисә” әкиәттәре геройҙары саф башҡортса “һөйләшә”.

Милли китапхана йәш дуҫтарын аудиокитаптар тыңларға саҡыра. Л.Кэрроллдың “Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” һәм “1000 дә бер кисә” әкиәттәре геройҙары саф башҡортса “һөйләшә”.
БР Мәҙәниәт министрлығы ойошторған проектты “Башҡортостан” дәүләт концерт залының баш режиссеры Илшат Фәхретдинов етәкселегендә башҡорт актерҙары тормошҡа ашырған.
“Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” әкиәтен – Фәрхәт Ғәйнетдинов менән Зилә Ситдиҡова, ә “1000 дә бер кисә”не БР атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов уҡый. Әле Редъярд Киплингтың “Маугли” әкиәтен әҙерләйбеҙ, уны Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев уҡый. Март аҙағына Роберт Стивенсондың “Хазиналар утрауы” буйынса эште тамамларға ниәтләйбеҙ”, – ти режиссер. Әкиәттәр урман шауы, ҡоштар һайрауы, йәнлектәр тауышы, стилистик көйҙәр менән оҙатылып бара.
“Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары” 12 өлөштән тора, “Мең дә бер кисә” Шәһризаданың һигеҙ хикәйәтен йыйған: “Әкиәт былай башлана”, “Үгеҙ менән ишәк тураһында хикәйәт”, “Аладдин менән тылсымлы шәм”, “Али Баба менән ҡырҡ юлбаҫар”, “Балыҡсы тураһында әкиәт”, “Тылсымлы ат тураһында әкиәт”, “Һыңар күҙле батша тураһында әкиәт”, “Сәйәхәтсе Синбад”.
Аудиокитаптар Милли электрон китапханала урынлашҡан, уларҙы ошо һылтанма буйынса тыңларға мөмкин: http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-5151. Шулай уҡ Милли китапхананың “Аудиокитаптар” бүлегендә лә табырға була: http://www.bashnl.ru/proekty/audioknigi/.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: