+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 22:20

Батыр йөрәкле ҡыҙҙар һәм малайҙар бүләкләнде

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында көтөлмәгән хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән балаларға РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының “Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы тапшырылды.

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында көтөлмәгән хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән балаларға РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының “Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы тапшырылды.
Сарала Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, РФ Граждандар оборонаһы мәсьәләләре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов ҡатнашты.
Батырлыҡ күрһәткән балаларға беренсе тапҡыр Федерация Советының махсус миҙалы – “Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн” тапшырылды. Ул Санкт-Петербургта Аҡса һарайында әҙерләнгән.
– Бөгөн үҙенсәлекле, тантаналы көн. Кеше ҡайғыһына битараф ҡалмаған һәм, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, бәләгә тарығандарға ярҙам иткәндәрҙе хөрмәтләйбеҙ. Йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, был балалар иң яҡшы сифаттарын – мәрхәмәт, ныҡлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән , – тине Лилиә Ғүмәрова.
Федерация Советының иҫтәлекле миҙалы Глеб Пахомовҡа, Каролина Сазоноваға, Искәндәр Зөфәровҡа, Дмитрий Александровҡа тапшырылды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: