+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 10:45

Башҡортостан етәксеһе Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Республика етәксеһе баш ҡаланың юбилейына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитетын төҙөргә ҡушты.
Ойоштороу комитеты Өфө хакимиәте менән берлектә Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығын үткәреүгә бәйле саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.
Республика хөкүмәтенә указды ғәмәлгә ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелгән.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: