+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 21:39

Башҡорт википедиясылары форумы үтте

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт википедияһының 15 йыллығына арналған сара үтте. Унда популяр интернет-энциклопедияның иң әүҙем мөхәррирҙәре һәм ирекмәндәргә мәғлүмәти ярҙам күрһәткән журналистар йыйылды. Башҡорт википедиясылары форумын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторҙо.

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт википедияһының 15 йыллығына арналған сара үтте. Унда популяр интернет-энциклопедияның иң әүҙем мөхәррирҙәре һәм ирекмәндәргә мәғлүмәти ярҙам күрһәткән журналистар йыйылды. Башҡорт википедиясылары форумын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторҙо.
2005 йылдың 16 апрелендә Википедияла башҡорт телендә тәүге мәҡәлә донъя күрә. Билдәһеҙ автор яҙған “Башҡортостан” мәҡәләһе бөгөн 118 телгә тәржемә ителгән.
Башҡорт Википедияһы йылдам үҫешкән проекттарҙың береһе булып тора. Унда дөйөм күләме 20 миллион һүҙҙән торған 55 меңдән ашыу мәҡәлә тупланған.
2021 йылдың ғинуарында башҡорт телендәге мәҡәләләр 44 мең уникаль яйланманан 1 миллион 905 мең тапҡыр уҡылған. Үткән айҙа “Инглиз теле”, “Ғәли Соҡорой”, “Салауат Юлаев”, “Башҡорт теле”, “Мостай Кәрим” мәҡәләләре айырыуса популярлыҡ менән файҙаланылған.
Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан башҡорт википедистарының күп йыллыҡ хеҙмәте дәүләт, ведомстволар һәм йәмәғәт ойошмалары тарафынан юғары баһаланды. Башҡорт википедияһының иң әүҙем ағзалары Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде. Хәрәкәткә үҫешергә булышлыҡ иткән киң мәғлүмәт сараларына Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Форумдың ғәмәли өлөшөндә волонтерҙар “Башҡорттар” оҙайлы конкурс-марафонына презентация үткәрҙе. Ул 21 февралдән алып 11 октябргә – Башҡортостан Республикаһы көнөнә тиклем дауам итә. Еңеүселәрҙең исеме 14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә билдәле буласаҡ.
“Башҡорт википедияһының үҫеш перспективалары” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә тел активистары мөһим мәсьәләләр хаҡында һөйләште, киләсәккә пландар ҡорҙо.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: