-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 16:48

Ауылдарға - интернет

“Ҡулайлы интернет” программаһы буйынса Көйөргәҙе районының - Яңы Муса һәм Белорет районының Усманғәли ауылдары сифатлы интернет селтәренә тоташтырылды. Әле 10 райондың 30 төбәгендә төҙөлөш эштәре алып барыла. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Етәксенең билдәләүенсә, республиканың 262 ауылында линиялар төҙөлә.
- Уны дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә эшләйбеҙ, сығымдарҙың яртыһын “Башинформсвязь” акционерҙар йәмғиәте ҡаплай.
Пандемия осоро беҙгә иң көсһөҙ яҡтарҙы күрһәтте. Алда торған бурыс – бөтә ауылдарҙы ла интернет селтәренә тоташтырыу.
Тиҙлекле интернет, IP-телевидение, IP-телефония - һәр кемгә ҡулайлы булырға тейеш, - тип яҙа республика етәксеһе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: