+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 23:02

“Ҡышҡы Шайморатов уйындары” уҙҙы

Өфө ҡалаһының полилингваль мәктәптәрендә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кубокҡа “Ҡышҡы Шайморатов уйындары” уҙғарылды.

Өфө ҡалаһының полилингваль мәктәптәрендә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кубокҡа “Ҡышҡы Шайморатов уйындары” уҙғарылды.
Уйындар 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбендә тантаналы сара менән башланып китте. Был көндә шулай уҡ сафта йөрөү әҙерлеге смотры, сафта йырлау һәм командирҙар конкурсы үтте.
Иртәгәһен бәйгеселәр өсөн 44-се полилингваль мәктәптә Бөйөк Ватан һуғышы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихы буйынса интеллектуаль квест ойошторолдо.
Бәйгенең артабанғы этабында уҡыусылар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназия-интернатының “Шоңҡар” комплексында спорт ярыштарында көс һынашты.
Уйындарҙы йомғаҡлау тантанаһы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатының тамаша залында булды. Сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева килгәйне.
“Ҡышҡы Шайморатов уйындары”нда еңеүсе тип 162-се полилингваль мәктәптең командаһы танылды һәм Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге күсмә кубокты алды. Ярыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталарына һәм иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: