+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 17:15

Вирус зәһәрлеген күрһәтеп ҡалырға тырыша

Коронавирус, көсө кәмеүен тойоп, бөтә яһиллығын күрһәтеп ҡалырға ынтыла.

Коронавирус, көсө кәмеүен тойоп, бөтә яһиллығын күрһәтеп ҡалырға ынтыла. Һуңғы тәүлектә сир тағы дүрт яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып киткән. Республикала COVID-19 инфекцияһынан вафат булыусылар 245-кә еткән.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 27 298. Тәүлек эсендә сир 152 ауырыуҙа табылған.
Әле стационарҙарҙа COVID-19 менән сирләүсе 280 кеше ята, 21-е ауыр хәлдә, алтауһын табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 5 101.
Кисәле-бөгөнлө, зәһәр инфекциянан ҡотолоп, дауахананан сығыусылар – 241. Пандемия башынан бирле 21 672 кеше сирҙе еңеүгә өлгәшкән.
Тәүлек эсендә үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 145 сырхауға ҡуйылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 97.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: