+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 18:48

Мишкә марыйҙары өсөн ҙур бүләк

Мишкә районында төҙөкләндерелгәндән һуң Мишкә тарихи-мәҙәни үҙәк бинаһы асылды. Төҙөкләндереү эштәре 2019 йылдың август айынан 2020 йылдың декабренә тиклем "Башҡортостандың 100 йыллығына -100 объект"проекты сиктәрендә алып барылды.

Мишкә районында төҙөкләндерелгәндән һуң Мишкә тарихи-мәҙәни үҙәк бинаһы асылды. Төҙөкләндереү эштәре 2019 йылдың август айынан 2020 йылдың декабренә тиклем "Башҡортостандың 100 йыллығына -100 объект"проекты сиктәрендә алып барылды.
Хәҙер учреждениела интерактив музей, оҫтаханалар, тауыш яҙҙырыу, киностудия кабинеттары, трансформерлы конференц-зал бар.
Мишкә ауылындағы тарихи-мәҙәни үҙәкте тантаналы асыу ваҡиғанда республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова һәм башҡа ведомство етәкселәре ҡатнашты.
Марыйҙарҙың тарихи-мәҙәни үҙәге урындағы марый халҡының мәҙәниәтен, тарихын, традиияларын, кәсептәрен һәм ауыҙ-тел ижадын һаҡлауҙа ғәйәт ҙур эштәр башҡара. Ошо йылдар эсендә марый халҡы үҙенең потенциалын тағы үҫтерҙе һәм халҡы хаҡында бай материал тупланы.
Марий Эл республикаһынан тыш, марыйҙар һан буйынса иң күбе Башҡортостанда йәшәй. Республиканың 103 мәғариф учреждениеһында 4500 бала үҙҙәренең әсә телен өйрәнә.
Марый диаспораһы Ҡалтасы, Шаран, Балтас, Нуриман, Краснокама райондарында бар. Республикала барлығы 240 марый ауылы иҫәпләнә.
Мишкә районында асылған үҙәк заманса йыһаздар, эшләү һәм шөғөлләнеү өсөн төрлө мөмкинлектәрҙең бай булыуы менән айырылып тора. Оҫтаханалар тейешле станоктар, 3D форматындағы принтерҙар менән тәьмин ителгән, тауыш яҙҙырыу студияһында анимация һәм видео төшөрөү мөмкинлектәре, марый мәҙәниәтенең интерактив музейы эшләй.
-Был форматтағы музей республикала берҙән-бер. Уға тиңдәр юҡ, - тип һөйләне Мишкә районының тарих-крайҙы өйрәнеү музейы методисы Ильяс Яхин.
Хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов сараның тантаналы өлөшөндә, 200 урынға иҫәпләнгән күп функциялы конференц-залда Краснокама районының "Эрвел Марий" йәмәғәт ойошмаһы идаралығы рәйесе Рәйес Сатаевты республиканың Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: