+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 16:40

Өфө халҡы 3,5 мең кешегә кәмегән

Һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр Өфө халҡы кәмегән.

Һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр Өфө халҡы кәмегән.
Өфө мэры Сергей Греков баш ҡала Советының сираттағы 75-се ултырышында ошо турала белдерҙе.
«Сәбәптәр араһында – демографик процестарҙан тыш, карантинға бәйле хәрәкәт итеүҙе сикләү арҡаһында халыҡтың ғәҙәти миграция үҫешенең кәмеүе», — тип аңлатты Өфө хакимиәте башлығы.
Сергей Грековтың 2020 йылда Өфөнөң социаль-иҡтисади күрһәткестәре тураһында докладына ярашлы, баш ҡалала халыҡ һаны 1 140 273 кеше тәшкил иткән. 2021 йылға — 1 138 322. Уҙған йылда халыҡ – 3,5 меңгә, ә миграция үҫеше 883 кешегә кәмегән.
Өфө миллионлы ҡалалар араһында халыҡ һаны буйынса [Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан тыш — ред.] Новосибирскиҙан (1,6 миллион кеше), Екатеринбургтан (1,5 миллион), Ҡазандан (1,2 миллион) һәм Омскиҙан ҡала (1,15 миллион) бишенсе баҫҡысты биләй.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: