+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 15:30

Өфөгә яңы ҡарашлы етәксе кәрәк

Өфөнөң яңы мэры Сергей Греков ҡала советының 75-се сессияһында үҙенең программаһы менән телмәр тотто. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быға үҙ баһаһын бирҙе. Республика етәксеһенең әйтеүенсә, Өфөгә кабинетта түгел, ә ялан шарттарында эшләй алырлыҡ етәксе кәрәк.

-Сергей Греков Өфөнөң ҡаҙаныштары, ә иң мөһиме уның төп проблемалары хаҡында һөйләне. Беҙҙә әлегәсә асфальт һалынмаған юлдар, төҙөкләндерелмәгән ихаталар, кеше аяғы баҫмаған хәүефле парктар бар. Баш ҡала халҡы йылылыҡ өсөн түләүҙәргә борсола. Тимәк, алда хәл итәһе системалы эш тора. Сергей Николаевичтың тәүге аҙымдарын күрәм һәм улар башлыса дөрөҫ йүнәлештә. Мин уның һәр башланғысына ярҙам итергә әҙермен. Дөйөм бурыс - 2024 йылға тиклем берлектә эшләү һәм Өфөлә әһәмиәтле объекттар, уңайлы тормош өсөн инфраструктура төҙөү мәсьәләһе тора, - тине Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: