+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 10:35

Һаклыҡ банкыһы менән тығыҙ бәйләнеш

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Һаҡлыҡ банкыһы вәкилдәре менән осрашты.

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Һаҡлыҡ банкыһы вәкилдәре менән осрашты.
Һөйләшеү банктың концессионер сифатында спорт, белем биреү һәм медицина объекттарын төҙөүҙә ҡатнашыуы тураһында барҙы, тип хәбәр ителә республика Хөкүмәте сайтында. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ проектына ярашлы, Өфөләге 3-сө бала табыу йортона яңы корпус, спорт көрәше үҙәге, волейбол, футбол стадиондары, бассейндар, 10 мәктәп, белем биреү үҙәге һәм интернаты менән бергә математика лицейы төҙөү ҡарала.
Бынан тыш, планда Һаҡлыҡ банкыһы аша “Башавтотранс”ҡа лизингҡа автобустар алыу ҙа тора, тиелә сайтта.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: