+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 14:37

Юғары уҡыу йорттарын берләштереү - заман талабы

Республиканың юғары уҡыу йорттары, донъя рейтингына сығып, студенттарҙы йәлеп итергә тейеш. Ошо турала хөкүмәт премьер- министры урынбаҫары Азат Баҙранов матбуғат сығышында белдерҙе. Был уның вуздарҙы берләштереүгә бәйле әйтелгән фекере булды.

Республиканың юғары уҡыу йорттары, донъя рейтингына сығып, студенттарҙы йәлеп итергә тейеш. Ошо турала хөкүмәт премьер- министры урынбаҫары Азат Баҙранов матбуғат сығышында белдерҙе. Был уның вуздарҙы берләштереүгә бәйле әйтелгән фекере булды.
Әле һүҙ Башҡорт дәүләт университетын Өфө дәүләт авиация-техник университеты менән берләштереү хаҡында бара. Сөнки белгестәр фекеренсә, СССР заманында вуздар планлы иҡтисад аҫтында төҙөлгән. Беҙҙең көндәрҙә улар баҙар иҡтисады шарттарында бөтөнләй ҡулайлашмаған.
-2010-сы йылдарҙа илдә федераль вуздар төҙөү буйынса программа эшләй башланы. Ул хәҙер тамамланды. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ни өсөндөр был программала ҡатнашмаған. Күрәһең, ректорҙарҙың мин-минлеге ҡамасаулаған. Шул осорҙа Рәсәйҙең башҡа уҡыу йорттары үҙҙәрен ресурс яғынан нығытҡан, ә республика вуздары булған менән ҡәнәғәтләнеп ултырған. Һөҙөмтәлә, студенттар ситкә китә, урында белем алмай. Республика уҡыусылары олимпиадаларҙа яҡшы уңыштарға ирешә, ләкин уҡырға инеү өсөн илдең башҡа төбәктәрен һайлай. Бөгөн беҙгә лә Рәсәй һәм донъя рейтингына сығыу мотлаҡ. Йәштәр белем алыу өсөн республиканы һайларға тейеш. Был - бик киҫкен проблемаларҙың береһе,- тине Азат Шамил улы.
Етәксенең фекеренсә, бөгөн юғары уҡыу йорттарын берләштереүгә ҡаршы сыҡҡан кешеләр үҙҙәре йәшәгән ваҡыттан сығып фекер йөрөтә. Бөгөнгө талаптар бөтөнләй икенсе һәм ул заманға ярашлы ҡарарҙар ҡабул итеүҙе көтә.
Шул уҡ ул ваҡытта студенттар һәм уҡытыусылар һанын ҡыҫҡартыу хаҡындағы имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты.
-Республикала донъя кимәлендәге уҡыу йортон төҙөү - ҡыҫҡартыу түгел, киреһенсә, студенттар һанын арттырыуҙы күҙ уңында тота. Әлеге көндә ике вузда 40 мең кеше белем ала. Ә донъя кимәлендәге университет алдындағы төп бурыс студенттар иҫәбен 100 меңгә еткереү, - тине хөкүмәт етәксеһа урынбаҫары.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: