+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 18:15

Юғалтыуҙар көнө

Бөгөн 81-се йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рива Исхакова арабыҙҙан китте.

Бөгөн 81-се йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рива Исхакова арабыҙҙан китте.
Рива Авзал ҡыҙы Саҡмағош районында тыуып үҫкән. Өфө сәнғәт училищеһынан һуң Сибайҙа, Салауат театрҙарында эшләй. Һуңынан иһә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры актрисаһы була.
Ул беҙгә театрҙағы бихисап драматик ролдәре менән таныш булһа, телевизор ҡараусылар уны “Ай ҡыҙы” сериалындағы өләсәй роле буйынса танып белә. Рива Искахова ғинуар айында ғына 80 йәшлек юбилейын билдәләгән булған.
“Башҡортостан ҡыҙы” мәрхүмәненең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Башҡа ундай ҡайғылар күрһәтмәһен, сабырлыҡтар барыбыҙға ла...
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: