+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 14:42

“Йондоҙло”ла – “Йылмайыу”

Иглин ауылының “Йондоҙло” биҫтәһендә “Йылмайыу” балалар баҡсаһы асылды. Ул 260 урынға иҫәпләнгән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Иглин ауылының “Йондоҙло” биҫтәһендә “Йылмайыу” балалар баҡсаһы асылды. Ул 260 урынға иҫәпләнгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бинаның майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу. Уны төҙөүгә “Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан ҡаҙнаһынан 179 миллион һум аҡса бүленгән.
Балалар баҡсаһы заманса йыһазландырылған, үҙ ҡаҙанлығынан йылытыла. Психолог, логопед бүлмәләре, һүрәт төшөрөү студияһы, медицина пункты, заманса уйын майҙандары бар. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус төркөм ҡаралған.
“Йылмайыу” – районда иң ҙур балалар баҡсаһы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: