+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 10:55

Светлана Хоркина баһа биргән

Рәсәй Спорт гимнастикаһы федерацияһы вице-президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Светлана Хоркина Башҡортостанда булды, тип яҙҙы кисә Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең “Facebook”тағы сәхифәһендә.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Светлана Хоркина Башҡортостанға яңы Спорт гимнастикаһы үҙәген төҙөү этабында уҡ был спорт төрө өсөн мөһим булған яҡтарға иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн килгән. “Балаларыбыҙҙың Спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй йыйылма командаһына эләгеү өсөн, әҙерлекле, барыһы менән дә йыһазландырылған залдарҙа шөғөлләнеүе мөһим. Шуға объектты файҙаланыуға тапшырғандан һуң махсус ҡоролмаларҙы яңынан үҙгәртеп эшләрлек булмаһын. Спорттың был ауыр төрөндә залдар ҡоролошо ҙур роль уйнай. Светлана Васильевнаны объектты асҡанда көтәбеҙ. Беҙҙең төҙөүселәр уны ваҡытынан алда – ағымдағы йылдың 1 ноябренә – тапшырырға вәғәҙә бирҙе”, – тип яҙа ул.
Спорт гимнастикаһы үҙәгендә хореография һәм ике гимнастика залы буласаҡ. Спортсыларҙы урынлаштырыу өсөн ҡунаҡхана номерҙары ла ҡаралған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: