+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 17:12

Сәнғәтебеҙ тағы етемһерәп ҡалды

Бөгөн үҙенең 85 йәшлек юбилейы көнөндә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Ноғоманова вафат булды. Күптән түгел генә уның тормош иптәше, Башҡортостан кинематографистар берлеге рәйесе Фәрит Ғәбитов арабыҙҙан киткәйне.

Ун йыл элек инсульт кисергән йырсы оҙаҡ йылдар дауаланған, етди сирҙән һуң һаулығын тергеҙеп йәшәгән. Ошо ҡатмарлы ваҡыттарҙа уны иптәше Фәрит Фәтих улы Ғәбитов тәрбиәләп ҡараған. Ләкин декабрь айында Фәрит Фәтих улы арабыҙҙан китте. Матур ғаилә 60 йыл бергә йәшәгән.
Флүрә Ноғоманова - үҙенсәлекле, сағыу йырсыларҙың береһе, Башҡорт опера һәм балет театры солисткаһы, республикаға билдәле күп кенә йырсыларҙың остазы һәм педагогы. Ул Өфө сәнғәт училищеһында уҡытҡанда 57 вокалист әҙерләп сығырған. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Флүрә Ғәлимйән ҡыҙын уҡыусылары матур иҫтәлектәр, яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы йырсының ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, сабырлыҡтар теләй. Яратҡан йырсыбыҙҙың урыны йәннәттә булһын...
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: