+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 18:11

Коронавирус йоҡтороусылар 27 меңдән артты

Пандемия башланған мәлдән алып республикала коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 27 146 осрағы теркәлгән. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 152 ауырыуҙа раҫланған.

Пандемия башланған мәлдән алып республикала коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 27 146 осрағы теркәлгән. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 152 ауырыуҙа раҫланған.
Бөгөнгө көндә дауаханала 264 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. Хәле ауыр 16 сырхау реанимацияла ята, бишәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.
Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреүсе 5 210 яҡташыбыҙ табип ҡушҡан дарыуҙарҙы өйөндә ҡабул итә.
Үткән тәүлектә 168 кеше, аяуһыҙ вирусты еңеп, дауахананан ҡайтҡан. Башҡортостанда ковид инфекцияһынан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 21 431.
Шәфҡәтһеҙ сирҙән тәүлек эсендә йәнә өс ауырыу вафат булған. Коронавирус афәтенән өҙөлгән ғүмерҙәр 241-гә етте.
Яңы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала үткән тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы 179 ауырыуҙа асыҡланған, шул уҡ ваҡытта унан 101 кеше сәләмәтләнгән.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: