+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 14:18

Газ менән ағыуланғандар

Башҡортостанда 4 кешенән торған ғаилә, шул иҫәптән ике үҫмер, һөрөм газы менән ағыуланған. Был хәл Октябрьский ҡалаһында теркәлгән.

Башҡортостанда 4 кешенән торған ғаилә, шул иҫәптән ике үҫмер, һөрөм газы менән ағыуланған. Был хәл Октябрьский ҡалаһында теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, газ ҡоролмаһының төҙөк булмауы өлкәндәрҙең һәм 15, 17 йәшлек үҫмер балаларҙың ағыуланыуына килтергән. Бөгөн уларҙың сәләмәтлегенә бер ни янамай.
Ведомствола газ еҫе сыҡҡанда нимә эшләргә кәрәклеген аңлатып үттеләр.
- Газ еҫе сыҡһа, утты яндырмаҫҡа, әгәр ҙә ул янып тора икән һүндермәҫкә кәңәш ителә.
- Ут яндырғыс, шырпы, май шәм ҡулланмаҫҡа.
- Мөмкин булһа, газ биреп торған кранды ябып ҡуйырға
- Газ хеҙмәтенең авария бригадаһын саҡырырға
- Бүлмәнән сығырға, күршеләргә хәбәр итергә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: