-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 22:01

Аҡ халатлыларға – дәүләт бүләктәре

Республикабыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирусҡа ҡаршы көрәштәге фиҙакәрлектәре өсөн Рәсәй Президентының Почет грамоталарына һәм Рәхмәтенә лайыҡ булды. Аҡ халатлыларға дәүләт бүләктәрен Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы.

Республикабыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирусҡа ҡаршы көрәштәге фиҙакәрлектәре өсөн Рәсәй Президентының Почет грамоталарына һәм Рәхмәтенә лайыҡ булды. Аҡ халатлыларға дәүләт бүләктәрен Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы.
Йылайыр үҙәк район дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы бүлеге фельдшеры Оксана Рачкова Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде – был миҙал һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә индергән ҙур өлөш өсөн бирелә.
Андрей Назаров тәбрикләү сығышында республиканың бөтә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм әлеге тантананың Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан осраҡлы ғына үткәрелмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Беҙ ошо залға һеҙҙе, табиптарҙы, фельдшерҙарҙы, шәфҡәт туташтарын, йөрәктән сыҡҡан рәхмәтебеҙҙе әйтер өсөн саҡырҙыҡ. Пандемия шарттарында тап һеҙ Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар булдығыҙ”, – тине Хөкүмәт етәксеһе.
Ул, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә республикала бөтә хеҙмәттәр тупланһа ла, төп көс табиптар иңенә төшөүен билдәләне. Пандемия осоронда Башҡортостанда тиҙ арала махсуслаштырылған койка фонды булдырылды, дарыуҙар һәм ҡорамалдар һатып алынды, медицина хеҙмәткәрҙәре яңынан уҡытылды. Рекордлы ваҡытта заманса ике COVID-госпиталь төҙөлдө. Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге ойошторолдо.
Премьер-министр 2021 йылдың Башҡортостан Башлығы тарафынан Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителеүен һәм алдағы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етди үҙгәрештәр көтөлөүен әйтеп үтте.
“Беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһын яңырта башлайбыҙ. Федераль үҙәктең финанс ярҙамы менән киләһе биш йылда 500-ҙән ашыу яңы медицина учреждениеһы төҙөйәсәкбеҙ, 70-ендә капиталь ремонт уҙғарасаҡбыҙ. Халҡыбыҙ сифатлы медицина ярҙамын яңыртылған дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа, ФАП-тарҙа аласаҡ”, – тине Андрей Назаров.
Ул, йыйылыусыларға тағы ла бер тапҡыр оло рәхмәт белдереп, һаулыҡ һаҡлауҙың ошондай һөҙөмтәле системаһы булғанда иң ҡатмарлы бурыстар ҙа хәл ителерлек, тип билдәләне.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: