+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 18:27

Кушнаренколағы һыу проблемаһы хәл ителгән

Кушнаренко районының Шәрип ауылында һыу проблемаһы хәл ителдгән. Был хаҡта муниципаль район башлығы Руслан Ғиззәтуллин хәбәр итә. Билдәле булыуынса, ауылда ҡарттар йорто, мәктәп, балалар баҡсаһына һыу биреү туҡтатылғайны ҡалғайны.

Кушнаренко районының Шәрип ауылында һыу проблемаһы хәл ителдгән. Был хаҡта муниципаль район башлығы Руслан Ғиззәтуллин хәбәр итә. Билдәле булыуынса, ауылда ҡарттар йорто, мәктәп, балалар баҡсаһына һыу биреү туҡтатылғайны ҡалғайны.
Был хәл "Башкирэнерго" компанияһына ҡараған Кушнарнеко РЭС ойошмаһын, хеҙмәтләндереү өсөн шәхси ҡулдарға биреү менән бәйле. Унда Шепелив В. В тигән кеше, физик шәхес булараҡ, ЭСКБ компанияһы менән килешеү төҙөй. Һыу башняһын энергия ресурсы менән тәьмин итеү хаҡында килешеү төҙөгәндә, уның социаль объект булыуын иҫкәртмәйенсә, ут өсөн түләүҙәрҙе туҡтатҡан. Шуның арҡаһында бурыс йыйылған, тип иҫәпләй һыуҙы һүндергән компания. Ауылда бик күп социаль объекттарҙың да һыуһыҙ ҡалыуын иҫәпкә алып, бөгөнгә проблема хәл ителгән. Ләкин проблеманы асыҡлау буйынса эш дауам итә.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев ауылға һыу биреүҙе туҡтатыу инциденты буйынса республика прокурорына мөрәжәғәт иткән. Депутат прокуратура органдарына тикшереү үткәреүгә запрос ебәргән. Уның дәлилдәренә ҡарағанда, бурыс февралдә ҡапланған, ләкин компания уны иҫәпкә алмаған. 35 градаус һалҡында ауыл халҡы ла социаль объекттар ҙа һыуһыҙ ҡалған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: