+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 13:16

Биойодлы йогурт етештерәсәктәр

“Быйыл уҡ “Һөт кухняһы” балалар туҡланыуы өсөн биойод менән байытылған йогурт етештерә башларға йыйына. Әле “Стандартинформ” федераль дәүләт унитар предприятиеһында теркәлгән шәхси техник шарттар эшләнелгән, яңы продуктҡа лаборатор һынауҙар үткәреү дауам итә. Шул уҡ ваҡытта һөткә лә техник шарттар әҙерләнә”, – тип белдерҙе БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев“Башҡортостан Республикаһы халҡын йод менән тәьмин итеү буйынса заманса тенденциялар” тип аталған түңәрәк өҫтәл барышында.

Алексей Гусев төбәктә йөклө һәм күкрәк һөтө менән туҡландырған ҡатындарҙы, өс йәшкә тиклем балаларҙы түләүһеҙ туҡландырыу буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Министр йодҡа ҡытлыҡ Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә, бигерәк тә Башҡортостанға хас булыуын белдерҙе. Шуға ла әле “Һөт кухняһы”, төбәктәге экологик хәл һәм йод етешмәүҙе иҫәпкә алып, аҙыҡ-түлек рецептураһына йод ҡушыу буйынса эштәр алып бара.
“Һөт кухняһы” ойошмаһы директоры Эльдар Сәйғәфәров һүҙҙәренсә, бөгөн йогурт яраҡлылыҡ ваҡытын раҫлау өсөн һынауҙар үтә. Артабан ул, аҙыҡ һәм биологик ҡиммәтен өйрәнеү, шулай уҡ йод барлығын раҫлау өсөн, БР гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә оҙатыла. Дәүләт теркәүе хаҡында таныҡлыҡ федераль орган – Мәскәү гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә тапшырыласаҡ.
Технологтар әйтеүенсә, биойодтың тәме, еҫе юҡ, ул һөттә яҡшы ирей. Ул пастеризация мәлендә индерелә, юғары термик эшкәртеүгә бирешмәй.
Түңәрәк өҫтәл эшендә федераль власть органдарының территориаль бүлексәләре, республика дәүләт власы органдары, “Иннбиотех”, “Кристалл”, “Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы” ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ юридик шәхестәр ҡатнашты.
Альберт Заһиров фотоһы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: