+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 22:14

Вирустың дәһшәте кәмейме?

Уҙған тәүлектә республикала ковид инфекцияһы – 154, үпкә ялҡынһыныуы 152 ауырыуҙа асыҡланған.

Уҙған тәүлектә республикала ковид инфекцияһы – 154, үпкә ялҡынһыныуы 152 ауырыуҙа асыҡланған. Был турала коронавирусҡа арналған сираттағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте
16 февралгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың, дөйөм алғанда, 26 841 осрағы теркәлгән.
Зәһәр ауырыуҙан стационарҙарҙа әле 222 сырхау дауалана. Шуларҙың 25-е – реанимацияла, туғыҙы яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 5 379.
Тәүлек эсендә 253 яҡташыбыҙ – коронавирустан, 108-е пневмониянан һауыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид афәтенән кисәле-бөгөнлө йәнә икәү вафат булған. Шәфҡәтһеҙ сир ҡорбандары 234 иҫәпләнә....
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: