Өфөнөң Торатау конгресс-холлында "Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу: бурыстар һәм перспективалар" форумы дауам итә. Унда республика райондарында "Этноконфессиональ паспорт"ты ғәмәлгә индереү тураһында һүҙ бара.
"Этноконфессиональ паспорт" милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан эшләнгән. Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов билдәләүенсә, был милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе дәүләт мониторингылау һәм конфликт хәлдәрҙе алдан иҫкәртеү сиктәрендә индерелгән яңылыҡ.
Паспорт системаһына бөтә власть органдарын, республиканың ҡала һәм райондарын индерәсәктәр. Муниципаль берәмектәрҙәге хәлде эксперттар баһалаясаҡ. Башлыса, шартлы рәүештә өс төп төркөм буласаҡ. Муниципалитеттарҙағы хәлдәр, хәүеф төркөмөнә ҡарап, төрлө төҫтәр менән билдәләнәсәк. Йәғни һары, йәшел, ҡыҙыл төҫтәр төбәктәрҙәге хәлдәрҙе баһалаусы күрһәткес булып тора.
Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге былтыр һорау алыу үткәргән, респонденттарҙың күбеһе республикалағы хәлде тотороҡло, конфликтһыҙ, тип билдәләгән. Хәйер, фекерҙәр йыл аҙағына ҡарай бер аҙ үҙгәреп тә киткән. Быға республикалағы билдәле ваҡиғалар ҙа сәбәпсе булған.
Шулай уҡ һорау алыуҙар төрлө милләт кешеләренең бер-береһенә ҡарата ыңғай позицияла булыуын, үҙ-ара дуҫлыҡҡа ынтылыуын билдәләгән. Дөйөм алғанда, һуңғы йылдарҙағы милләт-ара мөнәсәбәттәр артыҡ үҙгәреш кисермәгән.