+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 19:04

Ғүмерҙән дә ҡәҙерлерәк нимә бар?

Башҡортостан Хөкүмәте президиумының 15 февралдә үткән ултырышы иң ҡәҙерле байлыҡ – кеше ғүмерҙәрен һаҡлауға, республикала үлем осраҡтарын кәметеүгә арналды. Ултырышты Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров уҙғарҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте президиумының 15 февралдә үткән ултырышы иң ҡәҙерле байлыҡ – кеше ғүмерҙәрен һаҡлау, республикала үлем осраҡтарын кәметеү мәсьәләһенә арналды. Ултырышты Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров уҙғарҙы.
Йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, үлем осраҡтары һиҙелерлек артыу күҙәтелә. 2020 республикала үлем осраҡтары 2019 йыл менән сағыштырғанда 23,1 процентҡа күбәйгән, тип белдерҙе ултырышта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Күрһәткестәргә пандемия етди йоғонто яһаған – кешеләр коронавирустан һәм уның арҡаһында хроник сирҙәре көсәйеп, өҙлөгөүҙәрҙән вафат булған.
”Башҡортостан Хөкүмәте алдында республикала үлем осраҡтарын кәметеү бурысы тора. 2021 йылда эшебеҙ тап ошо күрһәткес буйынса баһаланасаҡ”, – тине республика премьер-министры Андрей Назаров.
Медицина статистикаһы буйынса, 2020 йылда үлемгә килтергән төп сәбәптәрҙең береһе – ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары. Вафат булыусыларҙың 36,5 проценты шул сирҙәрҙән яфаланған. Донъя ҡуйған яҡташтарыбыҙҙың 13,4 проценты – тын юлдары ағзалары, 11,6 проценты – яман шештән ауырыуҙарынан интеккән. Үлемгә килтергән тышҡы сәбәптәр 6,5 процент тәшкил итә. Башҡа сәбәптәрҙән вафат булыусылар – 32 процент.
Республикала үлем осраҡтарын кәметеү һәм маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш”, “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проекттары сиктәрендә саралар уҙғарыла.
Райондарға сығып, халыҡтың һаулығын тикшереү эше әүҙем алып барылған. 2020 йылда, мәҫәлән, кардиоүҙәк белгестәре республика буйлап 101 тапҡыр сыҡҡан, 5 144 кешене, шул иҫәптән 300 баланы ҡараған.
Республикала яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш сиктәрендә онкологик ярҙамды амбулатор шарттарҙа күрһәтеүсе 12 үҙәк асылған. Ә Белорет, Бәләбәй, Бөрө, Сибай, Октябрьский, Күмертау, Нефтекама, Салауат ҡалалары һәм Дыуан районы дауаханаларында Республика онкология диспансерының 10 филиалы эшләй. Бынан тыш, онкология диспансерының химия терапияһы бүлексәләре филиалдарын асыу планлаштырыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шулай уҡ яман шеш сирҙәрен иртә асыҡлау өсөн скрининг программаларын әүҙем үткәрәсәк.
Андрей Назаров министрлыҡҡа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төбәк проекттары маҡсаттарын ғәмәлгә ашырыуға иғтибарҙы арттырырға ҡушты.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: