+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 10:40

Эльмира Туҡанова - Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов үҙ теләге менән вазифаһынан китте, тип яҙғайныҡ.

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов үҙ теләге менән вазифаһынан китте, тип яҙғайныҡ.
Кисә Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров комитеттың яңы етәксеһен күрһәтте. Был вазифаны Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәгенең элекке директоры Эльмира Туҡанова биләне.
Эльмира Туҡанова сығышы менән Ейәнсура районының Таҙлар ауылынан. Нижневартовскиҙа уҡыған, Төмән өлкәһенең төрлө музей учреждениеларында эшләгән. 2013 йылда Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәге директоры итеп тәғәйенләнә. Уға тиклем Рәсәйҙең Туроператорҙар ассоциацияһында эшләй.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: