Сығыштары менән республиканың Бишбүләк районынан булған Муллағәлиевтар ғаиләһендә бер юлы өс малай тыуған. Алина менән Венер уландарына - Таһир, Тамерлан һәм Тимур тигән матур исемдәр биргән.
Балалар Өфөнөң перинаталь үҙәгендә, ваҡытынан алда тыуған. Ноябрь айында уҡ донъяға ауаз һалған малайҙар ошо көнгә тиклем дауаханала, табиптар күҙәтеүе аҫтында булған.
Бер юлы өс игеҙ баланың атаһы буласағына Венер башта үҙе лә ышанмаған. Хәҙер иһә бәхетле атай сабыйҙарын өйгә алып ҡайтасаҡ. Әле балаларҙы һәм уларҙың әсәләрен дауахананан сығарғандар.
Венер һәм Алина Муллағәлиевтарҙың ғаилә ҡороуҙарына өс йыл. 25 йәшлек ҡатын өс сабыйға әсә буласағын йөклөлөктең башында уҡ белгән һәм ул йәштәрҙе ҡурҡытмаған.
Әле ғаилә Өфөлә бер бүлмәле фатирҙа йәшәй. Өҫтәүенә Венер Муллағәлиев ҡырҙа, Ырымбурҙа эшләй. Республика законына ярашлы, Муллағәлиевтар ғаиләһенә сиратһыҙ торлаҡ сертификаты бирелергә тейеш. Икенсе бала тыуғас, әсәлек ғаилә капиталы тейеш, хәҙер уның күләме 639 432 һум. Шулай уҡ 6 процент менән ипотека алырға мөмкин. Әгәр ҙә ғаиләлә өсөнсө бала тыуа икән, ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум алыу мөмкинлеге лә бар. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса иҫәптә торған өс балалы ғаилә ер йәки уның урынына 250 мең аҡса ала ала.