+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 14:49

Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыласаҡ

Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә милли йәкшәмбе мәктәптәре селтәре барлыҡҡа киләсәк. Ошо көндәрҙә республиканың фән һәм мәғариф министрлығы Татарстандың Яр Саллы һәм Сорғот ҡалаһында булды. Унда Башҡортостандың дәүләт телдәре һәм башҡа халыҡтар телдәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән Республика Башлығы грантына еңеүсе проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Ул "Башҡорт теле - башҡорт иле" йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе тип аталасаҡ.

Делегация составында ведомствоның дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек идаралығы белгестәре, Рәми Ғарипов исемендәге беренсе республика башҡорт гимназия-интернаты вәкилдәре ҡатнашты.
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында башҡорт теле "Шишмәләр" халыҡтар дуҫлығы йортонда, Сорғот ҡалаһында иһә йәмәғәтселәр тарафынан ҡуртымға алынған бүлмәләрҙә алып барыла. "Башҡорт теле - башҡорт теле" йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәп исемле грант проектын тормошҡа ашырыу ошо төбәктәрҙең мәғариф ойошмаларында башҡорт теле кабинетын булдырыу һәм уны йыһазландырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Сәфәр барышында республика делегацияһы урындағы мәғариф идаралығы етәкселәре менән осрашты, башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу өсөн база ҡараны. Башҡорт кластарын асыу ағымдағы йылдың март айына билдәләнде.
Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге беренсе республика башҡорт гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы грантына Рәсәй төбәктәрендә йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проектын тормошҡа ашыра. Проект буйынса башҡорт кластары Магнитогорск, Миәс ҡалаларында, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында, Ырымбур өлкәһенең - Орск һәм Ҡыуандыҡ, Свердловск өлкәһенең Пышма ҡалаларында, Пермь крайының Елпачиха ҡасабаһында, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында һәм Сорғотта асыласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: