-22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 22:15

“Алға” махсус иҡтисади зонаһында балыҡ үрсетәсәктәр

“Инвестиция сәғәте”ндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә “БашБалыҡ” комплексы булдырыу проекты күрһәтелде. Унда бикре (осетровые) һәм йәйен (сомовые) һымаҡтар төрҙәренән балыҡтар үрсетәсәктәр һәм эшкәртәсәктәр.Комплекстың дөйөм хаҡы 5,3 миллиард һумға төшә. Яңы заводта 120 эш урыны барлыҡҡа килә. Инвестор – Силәбенең “Бионика” компанияһы.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Инвестиция сәғәте”ндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә “БашБалыҡ” комплексы булдырыу проекты күрһәтелде. Унда бикре (осетровые) һәм йәйен (сомовые) һымаҡтар төрҙәренән балыҡтар үрсетәсәктәр һәм эшкәртәсәктәр.
Комплекстың дөйөм хаҡы 5,3 миллиард һумға төшә. Яңы заводта 120 эш урыны барлыҡҡа килә. Инвестор – Силәбенең “Бионика” компанияһы.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Проект бик яҡшы. Беҙҙең республикала балыҡ продукцияһына ихтыяж ҙур һәм беҙ был проектҡа булышлыҡ итәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта тыуған һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итеү кәрәк”, – ти Андрей Назаров.
Инвестор төбәккә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге булышлығында йәлеп ителгән.
“Бионика” компанияһы проекты ике завод төҙөргә ниәтләй.
“Беҙ сит илдәрҙең ошондай продукция етештереү тәжрибәһен өйрәндек һәм Башҡортостан менән берлектә проектты тормошҡа ашырыуҙы яҙ көнө үк башларға теләйбеҙ. Диетик балыҡ продукттары менән шулай уҡ конкурентлы хаҡ буйынса социаль учреждениеларҙы ла тәьмин итеү мөмкинлеге булыр”, – тип билдәләй “Бионика” компанияһы директоры Сәлим Шәрипов.
“Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы Европала бикре ыуылдырығының уртаса хаҡы килограмына 12 – 14 евро тәшкил итә. “Бионика” компанияһы инвестиция проектында продукттың хаҡын 5 – 7 евро тип күрһәтә. Етештереү күләме йылына 10 тонна тәшкил итәсәк. Экспортҡа продукцияның 80 процентын сығарыу планлаштырылған”, – ти БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Фото – БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в