+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 13:31

Ял көндәре сараларға бай булды

“Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй ярыштарында Башҡортостанда 121 мең кешеһе ҡатнашҡан. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, эшселәр, хаҡлы ялдағыларҙан тыш, тотош ғаиләләре менән сығыусылар ҙа булды.

“Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй ярыштарында Башҡортостанда 121 мең кешеһе ҡатнашҡан. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, эшселәр, хаҡлы ялдағыларҙан тыш, тотош ғаиләләре менән сығыусылар ҙа булды.
Һәүәҫкәрҙәр өсөн уҙғарылған ярыштарҙа 90 йәшкә тиклемге саңғысылар сыҡты. “Рәсәй саңғыһы-2021” ярышының иң бәләкәй ҡатнашыусыһы Күгәрсен районынан Әминә Сәйфуллинаға - бер йәш тә 11 ай, ә иң оло саңғысы, Мишкә районынан Сергей Салякинға 91 йәш булды.
Шулай уҡ был көндө күп кенә райондарҙа “Айыҡ ауыл” конкурсын йомғаҡланылар. Сәләмәтлек фестивале - Өфөнөң Шамонин ҡасабаһында, Ҡариҙел районының Шамрат ауылында үтте.
Шамонин ауылы заманса төҙөлөштәр иҫәбенә артһа ла, уның тарихы ғәмәлдә иһә 19 быуатҡа барып тоташа. Башҡортостандың “Үҙ йортом” аҙ ҡатлы төҙөлөштәрҙе үҫтереү республика программаһына сиктәрендә, әле ауылда 3 мең кеше йәшәй. Өфө районынан Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашҡан 38 ауыл араһында Шамонин хаҡлы рәүештә бәйгенең финал этабына еңеүселәр рәтенә сыҡты.
Ҡариҙел районының Шамрат ауылында йәшәүселәр, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, музыкаль үҙәк менән бүләкләнде. Улар ҙа артабан финалда көс һынашасаҡ. Шулай уҡ был көндө төбәк халҡы “Рәсәй саңғыһы” ярыштары сиктәрендә биатлон ойошторҙо. Спорттың был төрөндә көс һынашыу өсөн ойоштороусылар 9 команда тупланы, шуның береһе күрше Асҡын районынан килгән ине.
Айыҡ һәм сәләмәт тормош байрамы саңғысыларҙың күмәк уҙышы менән тамамланды, сара һуңында еңеүселәрҙе бүләкләү тантаналары үтте.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: