2021 йылда БР Урман хужалығы министрлығы 14,3 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса эштәр алып барырға ниәтләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был эштәр “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла. Буласаҡ урмандың нигеҙе – сифатлы урман культуралары сәсмәлектәре һәм үҫентеләре, тип белдерә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Һауа торошоноң йылыныуы, иртән туңдырыуы боҙ ҡатламы барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Питомниктарҙа сәсмәлектәргә зыян килмәһен өсөн урман хужалыҡтары көн һайын ылыҫлы ағас үҫентеләрен күҙәтә, профилактик саралар үткәрә. Ҡар шюттеһына (ылыҫлы ағастарҙа бәшмәктәр булдырған ауырыуҙар төркөмө) ҡаршы көрәш алып бара, – тип һөйләй БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы ҡулланыу һәм ҡайтанан үҫтереү, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге етәксеһе Альберт Закиров.
Шулай уҡ ул урмансылар орлоҡтарҙы сәсергә әҙерләүен, стратификация үткәреүен, урман питомниктары биләмәһендә үрсетмәләрҙе һаҡлау өсөн ҡар бурттары эшләүен хәбәр итте.