+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 23:55

Коронавирусҡа бәйле хәлдәр әле ниндәй?

Республикала 15 февралгә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 26 687 тәшкил итә. Тәүлек эсендә COVID-19 инфекцияһы менән тағы ла 155 кеше сирләгән.

Республикала 15 февралгә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 26 687 тәшкил итә. Тәүлек эсендә COVID-19 инфекцияһы менән тағы 155 кеше сирләгән. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Пандемия башланған мәлдән алып коронавирустан 20 753 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 201-е – аҙаҡҡы тәүлектә.
Әле стационарҙарҙа 234 ауырыу ята. 33-ө ауыр хәлдә, һигеҙе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. 5 468 сырхау табип тәғәйенләгән дауаларҙы өйөндә ала.
Дәһшәтле вирус арҡаһында өҙлөгөүҙәрҙән тағы ла дүрт яҡташыбыҙ вафат булған. Башҡортостанда COVID-19 ҡорбандары хәҙер 232-гә етте.
Үткән тәүлектә 162 ауырыуҙы пневмония аяҡтан йыҡҡан, 102 сырхау, был сирҙе еңеп, дауахананан сыҡҡан.
Республикала инфекция госпиталдәре итеп үҙгәртелгән дауаханалар ҡәҙимге эш режимына ҡайтарыла бара. Йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар өсөн булдырылған койкалар 6 500-ҙән 2 987-гә тиклем кәметелгән. Әле уларҙың 22,5 проценты буш.
Башҡортостанда коронавирустан күмәк вакцинация дауам итә. Республика 94 мең доза вакцина алған да инде. Үткән ял көндәрендә тағы ла 20 мең доза препарат килгән. Прививка яһатыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша яҙылырға мөмкин булыуын хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡайһы бер эре сәнәғәт предприятиеларының үҙ хеҙмәткәрҙәрен вакцинациялау теләген белдереүен әйтеп китте һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына улар менән әүҙемерәк эшләргә ҡушты. Башҡортостан етәксеһе республикала битлек режимы элеккесә мотлаҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: