Сығышы менән Пермь крайының Барҙы яғынан булған Татарстандың халыҡ артисткаһы, ике республикала ла берҙәй популяр йырсы Гүзәл Уразова дүртенсегә әсәй булды. Үҙенең шатлығы менән ул ял көндәрендә сәхифәһендә бүлеште.
Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә ине. Ике ҡыҙ һәм бер малай. Ғаилә йәнә ҡыҙлы булды. Был ваҡиға тап ғашиҡтар көнөнә тура килде.
-Беҙҙең көтөп алған балабыҙ - ҡыҙыбыҙ тыуҙы,- тип яҙҙы Гүзәл үҙе.
Сабый 55 сантиметр, 3 кило 770 грамм ауырлығында донъяға килгән.
Гүзәл Уразованың тағы бәпәй көтөүе август айында уҡ билдәле булғайны. Ул декрет ялында ла әүҙем тормош алып барҙы. Социаль селтәрҙә йырсының тормошон күҙәтеүселәр быға инана алды.