+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2021, 23:20

Бөтә Рәсәйҙән йыйылдылар

“Башҡортостан урмансылары” паркында етенсе тапҡыр ҡышҡы уҙыш – “LOVERUN–2021” үтте.

“Башҡортостан урмансылары” паркында етенсе тапҡыр ҡышҡы уҙыш – “LOVERUN–2021” үтте.
Рәсәйҙең 9 төбәгенән, 40 ҡалаһынан 300-ҙән ашыу йүгереүсе Өфөгә ярышыр өсөн генә түгел, ә бер-береһенә һөйөү һүҙҙәрен еткерергә, ял итергә һәм күңел асырға килде. Сарала парлап та, яңғыҙ ҙа ҡатнашып, проекттың төп маҡсаты – һыуыҡты сигендереүгә, яҙҙы яҡынлаштырыуға үҙ өлгөшөңдө индереү ине. Финишта инде иң күркәм йола атҡарыла – ир-егеттәр йөрәген яулаған һылыуҙарға өйләнешергә тәҡдим яһай.
Быйылғы уҙыш 2,5, 5, 10 һәм 21,1 саҡырым алыҫлыҡтарҙа үтте. Дистанцияла еңеү яулағандар призһыҙ ҡалманы: улар йөрәк рәүешендәге браслет, миҙалдар менән бүләкләнде.
Роматикаға ҡоролған матур ярышта ғаилә парҙары ла ҡатнашты.
- Беҙ – спорт һөйгән ғаилә. Ике балабыҙ ҙа ярыштарҙа ҡатнаша. «LOVERUN»ға ҡатыным менән икенсегә киләбеҙ, - ти сарала ҡатнашыусы Илвир Зарипов.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ошондай спорт саралары матур йолаға әүерелеп, бөтә илдә тик ыңғай баһалана. Яҡты, ҡояшлы ҡышҡы көндә саф һауанан көс алып, матур хистәргә байып ҡайтыу кемгә оҡшамаһын!
Читайте нас: