Бөгөн «Динамо» стадионында өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн Ғашиҡтар көнө айҡанлы байрам үтте.
«Башҡортостан 24» телеканалы ойошторған «Яратам FEST» тип аталған сарала 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Дискотека 4 сәғәттән ашыу барҙы. «SPLASH» барабансылары шоуы менән башланған байрамда конкурстар, бүләктәр отошо ла булды. Уларҙа ҡатнашып, тәүгеләрҙән булып бүләкте Марина һәм Ринат Сакаевтар ғаиләһе отто. Улар бергә 17 йыл йәшәй, ике бала тәрбиәләйҙәр.
Этно-шоу «Зәйнетдин», мультиинструментсы Ришат Рәхимов, йырсы Алтынай Вәлитов үҙҙәренең музыкаһы менән байрам ҡунаҡтарына дәрт өҫтәне.
Боҙҙағы шоу DJ Fatikh төркөмө сығышы менән тамамланды.