+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 18:55

Уран ырыуы йыйыны үтте

Яңыуыл районында төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары, Уран ырыуы вәкилдәренең йыйыны үтте. Был ырыу сағыштырмаса бәләкәй булһа ла, ул күренекле йәмәғәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә бик бай. Сара башҡорт тарихы йылына арналды.

Яңыуыл районында төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары, Уран ырыуы вәкилдәренең йыйыны үтте. Был ырыу сағыштырмаса бәләкәй булһа ла, ул күренекле йәмәғәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә бик бай. Сара башҡорт тарихы йылына арналды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, байрам саралары иртәнге сәғәттәрҙә үк Яңауыл ҡалаһының йәштәр һарайында башланды. Унда "Тамыр" телеканалы "Нурбостан" йәнһүрәтенең исем туйын, "Уран ырыуы" белермәндәренең конкурсын уҙғарҙы. Яңы Артауыл балалары "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.
Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә төбәктә уран ырыуы ҡатын- ҡыҙҙарының биҙәүестәре тергеҙелгән. Селтәр, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән.
Сараның рәсми өлөшөнән алда, "Уран ырыуы тарихы бииттәренә күҙ һалып" тигән үҙенсәлекле күргәҙмә, ырыу вәкилдәренең шәжәрә ағасы менән таныштырыу булды.
Тантаналы ултырышта сығыш яһаусылар, был сараның әһәмиәтен, мең йыллыҡ тарихы булған ырыуҙың йыйынында ҡатнашыбыҙ тип билдәләне. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин сығышында:" Бөгөн тарихыбыҙҙы тергеҙеү процессы бара, тап шәжәрә ағасы аша асылыбыҙға ҡайтабыҙ",- тине.
Шулай уҡ йыйында "Беҙ-башҡорттар" баҫмаһы менән таныштырыу булды. Белешмәлә төнъяҡ- көнбайыш башҡорттары хаҡында бай мәғлүмәт тупланған.
Йыйын һуңында ҡабул ителгән резолюциянан түбәндәгеләр билдәле булды. Төбәктә Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың исемен мәңгеләштереү, төнъяҡ- көнбайыш башҡорттарының үҫеше буйынса махсус программа ҡабул итеү, ырыуҙың эмблемаһын раҫлау, китаптар сығарыу, яңы быуынға башҡорт телен диалект нигеҙендә уҡытыу һәм төбәк халҡының үҫеше өсөн башҡа әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул итеү.
Ырыу штандарты Ҡариҙел районына тапшырылды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: