-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 00:23

Бәләкәстәргә ҡыуаныс

Благовещен ҡалаһы халҡы күптән балалар өсөн уйын ҡаласығы булмауға зарлана. Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө булған “Инцидент менеджмент” системаһы эше һөҙөмтәһендә унда яңы балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән.

Олеся Куликова социаль селтәрҙә шундай һорау бирә: Социалистик урамы, 18/1 һанлы йорт янында ҡасан балалар майҙансығы булыр? Благовещен районы хакимиәте участкала эштәр барауын аңлатып бер нисә тапҡыр яуаплай. Һөҙөмтәлә балалар өсөн майҙансыҡ барлыҡҡа килә.
“СтройКомСервис” подряд ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә ҡуйылған балалар уйын майҙансығында бөтә иҫкәртеүҙәрҙе лә иҫәпкә алды. Килтергән саҡта боҙолған спорт элементтары алмаштырылды, монтаж мәлендә ватылған деталдәр йүнәтелде. 2021 йылдың ғинуарында икенсе микрорайон халҡы менән спорт уйын майҙансығын республика программаһы буйынса ла төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса осрашыу үтте. Йәй-көҙ миҙгелдәрендә балалар өсөн дә, ололар өсөн дә спорт элементтары ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителде”, – тип яуап бирә Благовещен район хакимиәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: