+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 00:53

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур төҙөлөштәр көтөлә

Киләһе биш йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһын яңыртыу өсөн 18,5 миллиард һум тотоноу күҙҙә тотола. Республикала 530-ҙан ашыу яңы медицина учреждениеһы төҙөләсәк, 70-ендә капиталь ремонт үткәреләсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә халыҡтың дауаханаларыбыҙ һәм поликлиникаларыбыҙҙың торошона йыш зарланыуы тураһында яҙып сыҡты. Күп биналар 50-60 йыл элек төҙөлгән, уларҙа ҡараңғы һәм тығыҙ. “Был зарланыуҙар нигеҙле – кешеләр уңайлы медицина учреждениеларына килеп, сифатлы ярҙам алырға тейеш”, – ти республика етәксеһе.
“Быйыл ике мөһим объектты – Бөрөләге һәм Саҡмағоштағы поликлиникаларҙы төҙөп бөтөп киләбеҙ. Уларҙы 2021 йылда тапшырырға ниәтләйбеҙ. Ә 2022 йылда тағы ла дүрт ҙур төҙөлөш – Учалы ҡала дауаханаһында һәм Өфө кардиология үҙәгендә хирургия корпустарын, шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында һәм Затонда поликлиникаларҙы һалыу тамамланасаҡ. 2021 йылда Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге һәм Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөй башлаясаҡбыҙ”, – тип яҙа Радий Хәбиров.
Киләһе биш йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһын яңыртыу өсөн 18,5 миллиард һум тотоноу күҙҙә тотола. Республикала 530-ҙан ашыу яңы медицина учреждениеһы төҙөләсәк, 70-ендә капиталь ремонт үткәреләсәк.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: