+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 11:40

Йәйен балығынан деликатестар

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барған “Инвестиция сәғәте”ндә башҡалар иҫәбендә, балыҡсылыҡ продукцияһын етештереү проекты ла ҡаралды.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барған “Инвестиция сәғәте”ндә башҡалар иҫәбендә, балыҡсылыҡ продукцияһын етештереү проекты ла ҡаралды.
“Алға” мухсус иҡтисади зонаһында Сәлим Шәрипов етәкләгән “Бионика” компанияһы бикре һәм йәйен балығын үрсетеү, балыҡ продукцияһын эшкәртеү буйынса “БашБалыҡ” заводы төҙөү проекты менән таныштырҙы. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн гидробионттар, тауар балығы үрсетеү, төрлө деликатестар сығарыу буйынса комплекстар һалырға кәрәк. Яңы заводта 120 эш урыны булдырыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: