+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 23:18

Стәрлебаштар һынатмай

2019 йылда эш сәфәрҙәренең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу комплексында булғайны. Йәш спортсылар уға ярыштарға йөрөр өсөн автобус бүлеүен һорап мөрәжәғәт итте. 2020 йылда спорт мәктәбенә “Газель NEXT” автобусы тапшырылды. Хәҙер балалар һәм йәштәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр төрлө ярыштарҙа һәм турнирҙарҙа ҡатнаша ала. Еңеүҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәй.

2019 йылда эш сәфәрҙәренең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу комплексында булғайны. Йәш спортсылар уға ярыштарға йөрөр өсөн автобус бүлеүен һорап мөрәжәғәт итте. 2020 йылда спорт мәктәбенә “Газель NEXT” автобусы тапшырылды.
Хәҙер балалар һәм йәштәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр төрлө ярыштарҙа һәм турнирҙарҙа ҡатнаша ала. Еңеүҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәй.
2021 йыл башында көрәшселәр Альфред Ҡолһарин менән Азамат Собханғолов “Йыйын” Башҡортостан йәштәренең төбәк-ара белем биреү-мәҙәни форумы ярыштарында беренсе урындар яулаған.
Ағиҙел ҡалаһында үткән Көрәш буйынса Башҡортостан беренселегендә лә егеттәр һәм ҡыҙҙар һынатмай. Камила Рафиҡова – 1-се, Аслиддин Отабоев 2-се урын алған.
2007-2008 йылдарҙа тыуған егеттәр көрәш буйынса Башҡортостан беренселегенән миҙал менән ҡайтҡан. Ринат Аллабирҙин үҙ ауырлыҡ категорияһында чемпион булған һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында республика йыйылма командаһы менән ҡатнашырға хоҡуҡ алған. Искәндәр Арыҫланов һәм Рәмил Көмөшбаев – көмөш призерҙар, Ильмир Аҡкөбәков иһә бронза алған.
Күптән түгел үткән III асыҡ Евразия студент уйындарында Камила Рафиҡова, тик әлеге чемпионканан ғына ҡалышып, пьедесталдың икенсе баҫҡысына менгән.
Стәрлебаш районының балалар-йәштәр спорт мәктәбендә 867 кеше шөғөлләнә. 10 спорт төрө буйынса 11 тренер-уҡытыусы эшләй.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: