-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 12:44

Рәми Ғарипов тыуған көн

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Үҙенең йәшәү дәүерендә ул тәржемәсе, шағир, журналист булараҡ танылыу алған. Ләкин дәрәжәле исемдәр уға үлгәндән һуң ғына бирелә.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Үҙенең йәшәү дәүерендә ул тәржемәсе, шағир, журналист булараҡ танылыу алған. Ләкин дәрәжәле исемдәр уға үлгәндән һуң ғына бирелә.
Үлемһеҙ "Тыуған тел" шиғырының авторы Рәми Ғарипов Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Шуға ҡарамҫтан Рәми Ғарипов мәктәптә яҡшы уҡый, күңеле гуманитар фәндәргә тартыла. Һуңынан инде Мәскәүҙең билдәле әҙәбиәт институтында белем ала.
Рәми Ғарипов ижадының сәскә атҡан ваҡыты 60-сы йылдарға тура килә. Шулай уҡ ул тәржемәләр менән ныҡлап шөғөлләнә, Гейне, Франко, көнсығыш ижадсыларының әҫәрҙәрен тәржемә итә. Ләкин ул ижадсы ғына түгел, ә көрәшсе булараҡ та билдәле шәхес була. Шул осорҙа башҡорт мәктәптәрен ябыуға ҡаршы сыҡҡан әҙиптәрҙең береһе ул. Уның әҫәрҙәре туралығы, көслөлөгө һәм новатор булыуы менән айырылып тора. Башлыса уны 60-70 -се йылдарҙағы башҡорт әҙәбиәтенең генийы тип әйтергә мөмкин ине. Ләкин байтаҡ ҡына әҫәрҙәре баҫтырылмай, шағир үҙе лә йәшәү дәүерендә дан-шөһрәт ҡаҙанмай яҡты донъянан китә. Уға үлгәндән һуң ғына Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме, Салауат Юлаев дәүләт премияһы бирелә.
Бөгөнгө көндә "Рәми көндәлеге" тигән фильмды көтөп ҡалабыҙ. Уны билдәле режиссер Булат Йосопов төшөрә. Ул халыҡ шағирына - халыҡ фильмы тип иғлан ителгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: